0%

Туған тел(шиғыр). Ә.Мөьминова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Туған тел (шиғыр)
автор Ә.Мөьминова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Туған тел


 Донъяла иң-иң матур ил —
 Ул минең Тыуған илем.
 Донъяла иң-иң матур тел —
 Ул минең туған телем.
 «Балам!» — тип туған телдә
 Өндәшә миңә әсәм.
 «Әсәкәйем!» — тип үҙенә
 Мин туған телдә әйтәм.
 Туған телемдә һөйләшәм,
 Йәшәйем Тыуған илдә.
 «Тыуған ил» тигән һүҙҙе лә
 Әйтәм мин туған телдә.
 Иң изге хистәремде мин
 Туған телдә аңлатам.
 Шуға күрә Тыуған илде
 Хөрмәтләйем, яратам.

 


1988 йыл